Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Википедия — һәр кем бушлай ҡуллана алған ирекле онлайн энциклопедия.
Уны төҙөүҙә теләге һәм һәләте булған һәр кеше ҡатнаша ала.
Әлеге ваҡытта башҡорт телендә 41 344 мәҡәлә бар.


Олимпия викимарафоны мәҡәләһе
JO Atlanta 1996 - Drapeau.jpg

Олимпия символдары — Олимпия хәрәкәте идеяһын бөтә донъяға таратыуҙа Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан файҙаланылыусы Олимпия уйындары атрибуттары. Олимпия символдарына флаг (ҡулсалар), гимн, ант, лозунг, миҙалдар, ут, лавр ботағы, салют, тылсымдар, эмблема инә.

Флаг Олимпия эмблемаһы сигелгән аҡ ебәк туҡыманан тора. Эмблема грек Ангело Боланки тарафынан 1912 йылда уйлап сығарыла, 1914 йылда Пьер де Кубертен уны Халыҡ-ара олимпия комитетының Париж конгресына тәҡдим итә.

Олимпия эмблемаһы һәм Олимпия флагы беренсе тапҡыр 1920 йылда Антверпендағы Олимпия уйындарында ҡулланыла. Олимпия хәрәкәте флагы уртаһына Олимпия эмблемаһы — ике рәттә (өсөһө өҫтә, икеһе аҫта) бер-береһе менән үрелгән 5 ҡулса — төшөрөлгән аҡ ерлектән хасил. Ҡулсаларҙың төҫтәре (һулдан уңға): зәңгәр, һары, ҡара, йәшел, ҡыҙыл.

Ҡулсалар донъяның биш өлөшөнөң берлеген һәм Олимпия уйынарының бөтә донъяныҡы булыуын кәүҙәләндерә. 1951 йылға тиклем һәр ҡулса донъяның бер өлөшөн сағылдыра тип һаналған: Европа — зәңгәр, Азия — һары, Африка — ҡара, Австралия — йәшел һәм Америка — ҡыҙыл. Һуңынан был бүленештән баш тартыла, сөнки Пьер де Кубертендың төҫтәрҙе нәҡ ошо рәүешле бүлеүенә бер ниндәй ҙә дәлил табылмай.

дауамы…

Үҙгәртеү

Һайланған мәҡәлә
Muhammad Ali NYWTS.jpg

Мөхәммәт Али (Кассиус Марселлус Клей; 17 ғинуар 1942 — 3 июнь 2016) — Американың профессиональ боксёры, юғары ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай, донъя бокс тарихында иң билдәле боксёрҙарҙың береһе.

1960 йылғы XVII Йәйге Олимпия уйындарында ярым уртаса ауырлыҡ категорияһы буйынса чемпион, юғары ауырлыҡ буйынса абсолют донъя чемпионы (1964—1966, 1974—1978). «Йыл боксёры» (алты тапҡыр — 1963, 1966, 1972, 1974, 1975, 1978) һәм The Ring журналы версияһы буйынса «Ун йыллыҡтың боксёры» (1960) исемен яулаған; Sports Illustrated (1974) журналы версияһы буйынса тарихта «Йыл спортсыһы» наградаһына лайыҡ булған икенсе боксёр, бер нисә спорт баҫмаһы версияһы буйынса «Быуат спортсыһы» тип танылған. Карьераһын тамамлағандан һуң Бокс даны залына (1987) һәм Халыҡ-ара боксёрлыҡ даны залына (1990) индерелгән. Сағыу оратор. «Рокки» фильмы серияларында Аполло Крид персонажының прототибы.

1964 йылдың 25 февралендәге Сонни Листон менән булған чемпион көрәшенән һуң «Ислам милләте» ойошмаһына инә һәм исемен тәүҙә Кассиус Икс итеп (ингл. X Cassius), һуңынан Мөхәммәт Али тип үҙгәртә, артабан шул исем аҫтында сығыш яһай. Карьераһы үрендә АҠШ армияһында хеҙмәт итеүҙән баш тарта, шунлыҡтан бөтә титулдарынан да мәхрүм ителә һәм ярыштарҙа ҡатнашыуҙан өс йылдан ашыуға ситләтелә. Спортҡа ҡайтыу менән шул ваҡыттағы иң яҡшы боксёрҙар менән көрәшеп, донъя чемпионы исемен үҙенә кире ҡайтара. Алиҙың Джо Фрейзер менән ҡапма-ҡаршы торошо спорт тарихында иң танылғандарҙың береһенә әйләнә.

↪ дауамы…

Исемлек (100) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
1960−2009 йылдар арауығында Арал һыуының кәмеүе

Арал диңгеҙе (Арал; ҡаҙ. Арал теңізі, үзб. Orol dengizi, Орол денгизи, ҡарағалп. Aral ten'izi, Арал теңизи) — Урта Азияла Ҡаҙағстан менән Үзбәкстан сигендәге ябыҡ тоҙло күл. 1960 йылдарҙан диңгеҙ кимәле (һыуының күләме) ҙур тиҙлектә кәмей башлай. Сәбәбе: уны һыу менән туйындырып тороусы Амударъя һәм Һырдаръя йылғаларының һыуын баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн алыу. 1989 йылда диңгеҙ ике айырым һыу ятҡылығына: Төньяҡ (Кесе) и Көньяҡ (Оло) Арал диңгеҙҙәренә айырыла. 2014 йылда Көньяҡ (Оло) Арал диңгеҙенең көнсығыш өлөшө тулыһынса кибә. Һайыҡҡанға тиклем Арал диңгеҙе дәүмәле буйынса донъяла дүртенсе урынды биләгән була.

Элек тә Арал диңгеҙенең кимәле үҙгәреп торған. Уның төбө асылған урындарында ҡасандыр шунда үҫкән ағас ҡалдыҡтары табылған. Кайнозой эраһының уртаһында (21 млн йыл элек) Арал Каспий (Паратетис) менән тоташҡан булған. 1573 йылға тиклем Амударъя үҙенең Узбой тигән ҡулсаһы аша Каспийға, Турғай йылғаһы Аралға ҡоя. XVI быуат аҙағында — XVII быуат башында диңгеҙ кимәле кәмеү һөҙөмтәһендә Барһакилмәҫ, Каскакулан, Козжетпес, Уялы, Бейектау, Возрождения утрауҙары яһала. Һырдаръяның тамаҡтары — Жанадаръя (1819 йылда) һәм Куандаръя (1823 йылда) Аралдың ҡушылдыҡтары булыуҙан туҡтай.

1930 йылдарҙа Урта Азияла һуғарыу каналдары төҙөлә башлай. 1960 йылдарҙан һуғарыу ҡоролмалары эшләү сикһеҙ көсәйеп, Арал ҙур тиҙлектә һайыға. 1960—1990 йылдар эсендә Үҙәк Азиялағы һуғарыла торған ерҙәрҙең майҙаны 4,5 млн-дан 7 млн гектарға тиклем арта. Төбәктә халыҡ хужалығының һыуға булған ихтыяжы йылына 60 км³-ҙан 120 км³-ға тиклем арта. Уның 90%-ы һуғарыуға тотонола, һәм күп осраҡта исрафлауға юл ҡуйыла. 1961 йылдан Аралдың һайығыу тиҙлеге көсәйә барып, йылына 20 см-ҙан 80—90 см-ға етә.

↪ д а у а м ы…

Исемлек (95) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (11) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Бөгөн: 21 февраль

Christmas bell icon.png Байрамдар

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара байрамдар
  • ЮНЕСКО ЮНЕСКО — Халыҡ-ара туған тел көнө.
Crystal locale.png Милли байрамдар
Social sciences.svg Һөнәри байрамдар
  • Ер Халыҡ-ара экскурсовод көнө.

♦ Кисәге: 20 февраль ♦ Иртәгә: 22 февральБарлыҡ көндәр

21 февраль юбилярҙары *

♦ Кисәге: 20 февраль ♦ Иртәгә: 22 февральБарлыҡ көндәр
* Башҡортостан Республикаһының милли архивы мәғлүмәте буйынса

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Вики-өлөсәйҙәр Василий Блаженный сиркәүе янында
Бөрө ҡалаһының гербы

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә


Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Өмә
    * Һайланған мәҡәләләргә кандидаттар | Яҡшы мәҡәләгә кандидаттар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим